Бөгөн, 19 августа, Башҡортостанда һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт биреү эше башлана. Ул 28 авгусҡа тиклем бара.
Участка һайлау комиссиялары ағзалары йорттар буйлап йөрөйәсәк һәм:
- ҡасан, ҡайҙа тауыш бирергә мөмкин булыуын һөйләйәсәк;
- һайлау участкаһының адресын хәбәр итәсәк;
- һаулыҡ торошо йәки башҡа сәбәп буйынса һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусыларға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ һеҙгә мәғлүмәт листовкаһы тапшырыла.
Участка һайлау комиссияһы ағзаһын таныуы еңел — уның кампания бренды баҫылған сумкаһы, таныҡлығы һәм кәрәкле полиграфия продукцияһы буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тауыш биреү көндәре – 2024 йылдың 6, 7 һәм 8 сентябре.
Бөтәһе 218 һайлау кампанияһы үтә:
- Башҡортостан Башлығын һайлау;
- Өфөнөң бер мандатлы 54-се округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау;
- ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан