1 августа Башҡортостан Милли музейында билдәле фото төшөрөү оҫталары Рәйеф Баҙыҡов һәм Вячеслав Стрижевскийҙың «Өфө-450. Кешеләр һәм ҡала» тип аталған фото күргәҙмәһе асылды, тип яҙғайныҡ.
Милли музейҙа 7 августа баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған тағы бер күргәҙмә эшләй башланы. Уның авторы – Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, “Шәхси коллекция”, “Тарих карауаны” проектарын ғәмәлләштереүсе Екатерина Рождественская.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Лариса Саҡаева белдереүенсә, фотопроект быуындар, төрлө һөнәр кешеләре бәйләнештәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Уны атҡарып сығыуҙа Рәсәйҙең күренекле шоу-бизнес, театр һәм кино, спорт, әҙәбиәт әһелдәре ҡатнашҡан. Улар Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни мираҫын үҙ ҡараштары аша күрһәтә.
Фото күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
– Бөгөн Өфө үҙенең 450 йыллығына сираттағы шәп ижади бүләк ҡабул итә. Һәр ҡала, һәр ауыл ул – иң элек кешеләр. Күргәҙмә, ысынлап та, беҙҙең гүзәл баш ҡалабыҙҙың иң сағыу, иҫ китксе шәп кешеләр гөлләмәһен йыйған, – тине төбәк етәксеһе.
Олег Яровиков фотолары.