Башҡортостандың Халыҡ фронты браконьерҙар ауын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр мәнфәғәтенә йыйыу тураһында мөрәждәғәт итте.
Балыҡты законһыҙ тотоу ҡоралы дрондарҙан һаҡлау өсөн сара булып тора һәм яу барған урында ҙур һорау менән файҙалана.
Кем законһыҙ ысул менән балыҡ тота, уларҙың алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү мөмкинлеге бар, ти Башҡортостандың Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин. Селтәрҙең тәүге 3000 метрын Өфөнән исемен әйтергә теләмәгән кеше биргән дә инде. Ул яҡын арала ҡуҙғаласаҡ конвой менән МХО зонаһына оҙатыласаҡ.
Халыҡ фронтының гуманитар ярҙам йыйыу үҙәге Өфө ҡалаһының Киров урамындағы 1-138 йортта урынлашҡан.