+30 °С
Болотло

Фестиваль финиш линияһына сыға

Волга буйы федераль округының “ФормаАRT” стрит-арт фестивале эштәр өсөн тауыш биреү 1 августан 15-нә тиклем бара.

Фестиваль финиш линияһына сығаФестиваль финиш линияһына сыға
Фестиваль финиш линияһына сыға

Волга буйы федераль округының “ФормаАRT” стрит-арт фестивале эштәр өсөн тауыш биреү 1 августан 15-нә тиклем бара.

Һәр кем үҙенә оҡшаған эш өсөн, фестивалдә ҡатнашыусының 1-ҙән 14-кә тиклемге шәхси номерын күрһәтеп, 8 (800)301-50-23 телефоны буйынса тауыш (бер генә) бирә ала. Шуның менән бергә, округтың һәр төбәгендә эксперт жюриһы конкурсанттарҙың эшенә һөнәри күҙлектән баһа бирәсәк.

Конкурсанттарҙың бар фото һәм видеоматериалдары htto://formartpfo.ru сайтында урынлашҡан. Финалсының йомғаҡлау һөҙөмтәһен өс таблицалағы урындар суммаһы билдәләй.

Башҡортостандан фестивалдә Лилә Синюкова «Ғаилә — киләсәккә мираҫыбыҙ» эше менән ҡатнаша.

I, II һәм III урындарҙы яулағандар 100, 150, 200 меңәр һумлыҡ гранттар ала.

Автор:
Читайте нас