-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ипотекағыҙ бармы? Мутлашыусыларҙан һаҡланығыҙ!

Схема нисек эшләй?Енәйәтселәр потенциаль ҡорбанға, йәнәһе лә банктан шылтыратып, ипотека буйынса түләүҙең ваҡыты үткәнен хәбәр итә.

Ипотекағыҙ бармы? Мутлашыусыларҙан һаҡланығыҙ!
Ипотекағыҙ бармы? Мутлашыусыларҙан һаҡланығыҙ!

Схема нисек эшләй?
Енәйәтселәр потенциаль ҡорбанға, йәнәһе лә банктан шылтыратып, ипотека буйынса түләүҙең ваҡыты үткәнен хәбәр итә.

Әгәр кешенең ипотека кредиты булмаһа, шылтыратыу өҙөлә.
Ипотекаһы булһа, ҡорбанға психологик баҫым яһала: ысынлап та проблема бар, уның хаҡындағы мәғлүмәт Кредит тарихтары бюроһында теркәлгән, артабан хәл тағы ла ҡатмарлашасаҡ, тип ышандыралар.
Проблеманы хәл итеү өсөн СНИЛС һәм СМС кодтарын хәбәр итеүҙе талап итәләр.
Артабан нимә була?
Мәғлүмәтте ҡулға төшөргәндән һуң, мутлашыусылар ҡорбандың Дәүләт хеҙмәттәрендәге һәм онлайн-банктарҙағы профиленә инә ала. Һуңынан енәйәтселәр булған иҫәптәрҙән аҡса урлай һәм кредиттар ала.
Үҙеңде нисек һаҡларға?
- Мутлашыусылар менән һөйләшмәгеҙ, шунда уҡ телефонығыҙҙы һалығыҙ.
- Әгәр ипотекағыҙға бәйле шик тыуһа, рәсми номер буйынса банкҡа шылтыратып, хәлде асыҡлағыҙ. Шулай уҡ банк ҡушымтаһы аша ярҙам хеҙмәтенә яҙырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: