-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәрмәр алып килгәндәр

Өфөлә төҙөлгән "Әр-Рәхим" мәсете манараларын йөҙләү өсөн грек мәрмәренең тәүге партияһы килеп етте.

Мәрмәр алып килгәндәр
Мәрмәр алып килгәндәр

мәрмәренең тәүге партияһы килеп етте.

Был турала Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битенә видеояҙма  һалды.  

- Беҙ – тарихи ваҡиғаның шаһиттары һәм шуға ла йөрәктәр ҡыуаныс, рәхмәт тойғолары менән тулыша. Тормошобоҙҙа ике ҙур байрам бар – Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары. Нәҡ һуңғы Ураҙа байрамы мәлендә Радий Фәрит улының ныҡышмалығы һәм иғтибары арҡаһында "Әр-Рәхим" мәсетен төҙөү яңы һулыш алды. Һәм бына бөгөн, Ҡорбан байрамы алдынан, мәсетте йөҙләү өсөн кәрәкле мәрмәрҙең тәүге партияһын ҡаршы алабыҙ. Юлда был ҡиммәтле йөктө тейәгән тағы алты машина килә ята, – ти ул.

Мәсет төҙөлөшө барышы менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының рәсми ресурстарында күҙәтергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: