+23 °С
Болотло
1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы «Дуҫ булайыҡ!» байрамы үтә.
Сара «Мин башҡортса һөйләшәм» ғаилә фестивале сиктәрендә ойошторола. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы программа, балалар һәм үҫмерҙәр баҫмалары - «Аманат», «Аҡбуҙат», «Әллүки» журналдары һәм «Йәншишмә» гәзите журналистары менән осрашыу, оҫталыҡ дәрестәре, милли һәм үҫтереүсе уйындар, бүләктәр һәм татлы күстәнәстәр көтә.
Байрам Өфөнөң "Арт-квадрат"ында үтәсәк. Сәғәт 12-лә башлана. Майҙансыҡты «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойоштора.