+3 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҙыусының емешле көҙө

2 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында билдәле журналист, шағирә һәм прозаик Миләүшә Ҡаһарманованың «Емешле көҙөм» исемле ижад кисәһе үтте.

Яҙыусының емешле көҙө
Яҙыусының емешле көҙө

Сентябрь айында  яҙыусы үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләне һәм  алтын миҙгеленә ул  мул “уңыш” менән аяҡ баҫты. Уның тәүге әҫәрҙәре “Нағыш” һәм “Нур усағы”  коллектив йыйынтыҡтарында донъя күрә. Ә  "Бетерә шаршыһы”, “Күңелем йылы теләй", “Зәңгәр төймә” проза әҫәрҙәре айырым китап булып баҫылып сыға.  Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙын ҡотларға  дуҫтары, коллегалары, республиканың билдәле шағирҙары һәм яҙыусылары, ғалим-әҙәбиәтселәр һәм уның ижадын үҙ итеүселәр килгәйне. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары Рәмзиә Кәримова менән  Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов юбилярҙы ҡотлап сығыш яһаны. Татарстандан филология фәндәре кандидаты, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы Рөстәм Ғәлиуллин яҙыусының әҫәрҙәре күрше республикала ла популяр  булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Миләүшә Ҡаһарманованың  хикәйәләре татар теленә тәржемә ителгән һәм республика журналдарында баҫылған, ә күптән түгел генә татар телендә яңы китабы “йылы мейестән” сыҡҡан.

 

Яҙыусының ижады тураһында уның ҡәләмдәштәре: Гөлфиә Юнысова, Ринат Камал, Марсель Сәлимов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм Лариса Абдуллина йылы һүҙҙәр әйтте. Ғалим-әҙәбиәтселәр Ғәҙилә Бүләкова,  Гөлнур Ҡасҡыновалар яҙыусының  әҫәрҙәре күңел  йылыһы, матурлыҡҡа ынтылыш менән һуғарылыуын, уларҙа мөхәббәт темаһы ҡыҙыл еп булып үтеүен билдәләне. Шулай уҡ тәнҡитсе-филологтар авторҙың  прозаһында сағыу этник колоритты, халыҡсанлыҡты, фольклор мотивтарын һәм диалектизмдарҙы оҫта ҡулланыуы кеүек үҙенсәлектәрҙе айырып күрһәтте. Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова Миләүшә Ҡаһарманованың ижады менән нисек танышыуы хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.  

Юбилей сараһын республиканың билдәле йырсылары Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангилдина һәм Рәмил Туйсиндың сығыштары биҙәне. Улар Миләүшә  Ҡаһарманова шиғырҙарына яҙылған популяр йырҙарҙы башҡарҙы.

Автор:
Читайте нас: