+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Санкт-Петербургта «Евразия йөрәгендә. Башҡорттар» күргәҙмәһе асыла

Хәбәр итеүебеҙсә, 25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә.

Петербургта йәшәүселәрҙе бай программа көтә. Ҡала халҡын был көндәрҙә бай мәҙәни программа көтә.

Шуларҙың береһе - «Евразия йөрәгендә. Башҡорттар» күргәҙмәһе. Уның экспозициялары үҙ эсенә Башҡортостандың тәбиғәт мөхитен, башҡорт халҡының хужалыҡ-көнкүреш ҡоролошон, этник үҙенсәлектәрен, милли кейемдәр өлгөһөн ала.

Күргәҙмәнең икенсе бүлеге — "Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хазиналары".  Унда музейҙа һаҡланған башҡорт биҙәүестәренең иң һирәк өлгөләренең тәҡдим ителә. Бында башҡорт биҙәүестәренең күп төрлөлөгө һәм уларҙы яһағанда ҡулланылған төрлө ювелир техникалар күрһәтеләсәк.

Автор:
Читайте нас: