+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә

Август башында талпан тешләгәндән һуң өҙлөгөү арҡаһында 17 йәшлек егет вафат булған.

Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә

Август башында талпан тешләгәндән һуң өҙлөгөү арҡаһында 17 йәшлек егет вафат булған.

Эпидемия миҙгеле башланғандан алып Башҡортостандың медицина ойошмаларына талпан тешләгән 9 115 кеше, шул иҫәптән 3 234 бала мөрәжәғәт иткән. 2023 йылда бөтәһе 13 инфекция боррелиозы һәм ете талпан энцефалиты осрағы теркәлгән.

Август башындағы фажиғәле осраҡ хаҡында барығыҙ ҙа ишеткәндер. Талпан тешләгәндән һуң өҙлөгөү арҡаһында 17 йәшлек Рәсәй чемпионы Евгений Хвалько вафат булды. Бөжәк кеше һәм хайуандар өсөн хәүефле инфекция - талпан энцефалиты менән ағыулы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә унан махсус дарыуҙар юҡ, беҙҙе вакцина ғына һаҡлай ала.

Талпандар тәүге көҙгө ҡырауҙарға тиклем әүҙем булып ҡала. Себерҙә, Волга буйында, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Үҙәк федераль округтарҙың ҡайһы бер төбәктәрендә талпан энцефалиты менән зарарланыу хәүефе юғары.

Карточкаларҙа талпандан һаҡланыу тураһында мәғлүмәт бирелә. Уҡығыҙ, һаҡлағыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Талпанды тикшертеү мөмкин булған Башҡортостан лабораторияларының адрестары һәм телефондары түбәндәге һылтанмала бирелә: https://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34335/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Талпан көҙгө ҡырауҙарға тиклем һөжүм итә
Автор:
Читайте нас: