+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусы балалар сумкаһының ауырлығы буйынса аңлатма

1-2-се класс уҡыусылары өсөн рюкзактың ауырлығы 1,5 килограмдан, ә 3-4-се класс өсөн 2 килограмдан артмаҫҡа тейеш.

Рюкзактың арҡаһы - ҡаты, ныҡ, ә рюкзак үҙе һыуҙы кире ҡағыусы туҡыманан, киң ләмкәле, мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән булырға тейеш. 

Был хаҡта Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының тышҡы коммуникациялар бүлеге начальнигы Регина Аҡмалова белдереүенсә, мәктәп формаһының яртыһы тәбиғи туҡымаларҙан торорға, һулап, дымды этәреусе туҡыманан булырға тейеш. Аяҡ кейеме класс һәм спорт дәрестәре өсөн айырым. «Алмаш аяҡ  кейеме» тәбиғи күндән, нубуктан йәки тығыҙ туҡыманан, бәләкәй үксәленән һатып алыу яҡшы.

Сифатҡа тап килеү тураһында бөтә документтарҙы һатыусы беренсе талап буйынса бирергә тейеш. «Намыҫлы билдә» ҡушымтаһы аша ла тикшерергә мөмкин.

«Мәктәп формаһын, аяҡ кейемен, рюкзакты һатып алынғандан алып 14 көн эсендә алмаштырырға һәм кире ҡайтарырға була икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ», — тип хәбәр иткән ведомство вәкиле.

Автор:
Читайте нас: