+30 °С
Болотло

Белем көнөндә – яңы фильм

1 сентябрҙә, Белем көнөндә, ил кинотеатрҙарына “Изгелек көсө” тулы метражлы фильмы сыға.

Белем көнөндә – яңы фильмБелем көнөндә – яңы фильм
Белем көнөндә – яңы фильм

1 сентябрҙә, Белем көнөндә, ил кинотеатрҙарына “Изгелек көсө” тулы метражлы фильмы сыға.

Кинокартина төрлө хикәйәләрҙән алынған биш тарихтан тора. Улар: мәктәп программаһына ингән А. Платоновтың - "Юшка", Л. Пантелеевтың - "Честное слово", А. Гайдарҙың - "Горячий камень", шулай уҡ В. Гюго поэмалары тәьҫораттары буйынса яҙылған Л. Толстойҙың "Сила детства" һәм "Бедные люди" әҫәрҙәре.

Фильм новеллалаһы 50-нән ашыу награда, шул иҫәптән алты Гран-при алған. 40-тан ашыу илдә 200-ҙән ашыу кинофестивалдә ҡатнашҡан. Кинотаҫмалар Рәсәй, АҠШ, Канада, Италия, Төркиә, Һиндостан, Болгария, Филиппин, Әрмәнстан, Бөйөк Британия, Ганала приздар менән билдәләнгән. "Бала саҡ көсө" новеллаһы Барселонала Британия кино һәм телевидение академияһы квалификацияһы менән FILMETS мәртәбәле кинофестивале конкурсында ҡатнашҡан.

Картинаны "Катарсис" кинокомпанияһы төшөргән. "Әҙәбиәт һәм кино киләсәк быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, дөрөҫ фильмдар өҫтөндә эшләү беҙҙең өсөн бик мөһим. Мин рус классиктары һөйләүенсә, фундаменталь рухи ҡиммәттәр асылған фильмды мөмкин тиклем күберәк балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ҡарауын теләр инем", — ти фильмдың режиссеры Лолита Наранович.

"Изгелек көсө" рус әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләүгә һәм уға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға ярҙам итәсәк. Уҡыусыларҙың 85 проценты бер йәки бер нисә хикәйәне уҡып сығырға теләге барлыҡҡа киләсәк.

Кинокартина мәктәп уҡыусыларына, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларына һәм экранлаштырыуҙы һәм тарихи фильмдарҙы яратҡан кешеләргә генә түгел, ә тамашасыларҙың киң даирәһенә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Көслө һәм бөтәһенә лә аңлайышлы тарихтар тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаясаҡ.

Хронометраж: 76 минут

Йәш буйынса тәҡдимдәр: 12+

Продюсеры: Галина Фесенко

Режиссеры: Лолита Наранович

Сценаристар: Лолита Наранович, Константин Шабалдин

Администратор-ҡуйыусылар: Дмитрий Просянников, Леонид Никифоренко, Антон Петров

Композиторҙар: Татьяна Шепелева, Денис Тулузаков, Елизавета Челятникова

Төп ролдәрҙә: Андрей Носков, Артем Крылов, Дмитрий Мурашев, Роман Грибков, Анна Мустина, Александр Галинский, Евгений Покрамович, Сергей Демидов, Максим Самохвалов, Степан Обарухин.

Автор:
Читайте нас