

Өфөлә 23 – 31 июлдә үткән I “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында дүрт донъя рекорды ҡуйылған.
Юғары спорт күрһәткестәре йөҙөү буйынса 4 x 100 метр арауыҡҡа ир-егеттәр эстафетаһында, бейеклеккә һикереүҙә, пневматик пистолеттан атыуҙа, оҙонлоҡҡа өсләтә һикереүҙә теркәлгән. Улар Мәскәү өлкәһе спортсылары Марк Трошин, Дятлов Александр, Скосырский Степан һәм Моратов Фернандо, Рәсәйҙән Денис Федоренков һәм Валерия Кладовникова, Белоруссиянан Александр Майстренко иҫәбенә яҙылған.
”Рәсәйгә килгәнебеҙгә бик шатбыҙ, - тип белдерә “Беҙ бергә. Спорт” уйындарында ҡатнашыусылар. – Төрлө ил кешеләре менән танышып ҡына түгел, ял итеп тә өлгөрҙөк. Өфөлә – бөтәһе лә кешеләр өсөн. Тағы бер тапҡыр Рәсәйгә килергә теләр инек”.
“Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында барлығы 233 миҙал уйнатылған. Башҡортостан спортсылары 15 – алтын, 5 – көмөш, 5 бронза миҙалы яулаған.