

11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале үтә.
Проект республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға, үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин, ара - 3 саҡрым.
Үҙ машинаһында барғандарға парковка бар, маршрут буйынса күрһәткестәр ярҙам итәсәк:
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша - Түбә ауылы - Иҫән ауылы - Граф күле
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Баймаҡ ҡалаһы аша - Граф күле
- Ира - Магнитогорск автотрассаһы: Юлдыбай ауылы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле
- Магнитогорск - Ира автотрассаһы: Сибай ҡалаһы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле.
Әгәр балаларығыҙ менән килергә йыйынһағыҙ, уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн программала - интерактив уйындар һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйыла, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре үткәрәсәк милли уйындар ҡаралған.
Ситтән килгәндәр Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡунаҡханаларында урынлаша, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Белорет райондарында йәшәй ала. Бының өсөн алдан уҡ номерҙарға заказ бирергә кәрәк.
Теләге булғандар халыҡ-ара физкультура-спорт уйындарында ҡатнашырға мөмкин, әммә талаптар ҙа юҡ түгел. Әйткәндәй, еңеүсегә төп бүләк - автомобиль! Тулыраҡ мәғлүмәт - сайттағы Положениела.
Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн халыҡ уйындары һәм эстафеталар ойоштороласаҡ.
???? Бәйләнеш үҙәгендә өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин: 8 (937) 331 02 01, 122 (өҫтәмә 4)
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан