+30 °С
Болотло

Депутаттар май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаны

Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты депутаттарға яңы йыл байрамдарын ҡыҫҡартыу иҫәбенә майҙа оҙайлы ялдар тураһында закон проектын кире ҡағырға тәҡдим итте.

Депутаттар май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаныДепутаттар май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаны
Депутаттар май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаны

Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты депутаттарға яңы йыл байрамдарын ҡыҫҡартыу иҫәбенә майҙа оҙайлы ялдар тураһында закон проектын кире ҡағырға тәҡдим итте.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан проектты 5 апрелдә Дәүләт Думаһына «Яңы кешеләр» фракцияһы депутаттары индергәйне. Ул саҡта парламент палатаһы вице-спикеры Владислав Даванков төбәктәрҙең май байрамдары осоронда өҫтәмә ял көндәре билдәләй алыуын, әммә «был мөмкинлектән файҙаланмауын» әйтте.

Хөкүмәттең закон проекттары эшмәкәрлеге буйынса комиссияһы әлегәсә был башланғысты хупламаны. Хәҙер эшләмәгән байрам көндәре граждандарҙың мәнфәғәттәрен, профсоюздарҙың һәм эш биреүселәр ойошмаларының фекерен иҫәпкә алып билдәләнгән.

Автор:
Читайте нас