+30 °С
Болотло

Компенсация күләмен арттырырға ярҙам итә

Юл-транспорт ваҡиғаһын фотоға төшөрөү ОСАГО буйынса компенсацияны 4 тапҡырға арттырғанын белә инегеҙме?

Компенсация күләмен арттырырға ярҙам итәКомпенсация күләмен арттырырға ярҙам итә
Компенсация күләмен арттырырға ярҙам итә

Юл-транспорт ваҡиғаһын фотоға төшөрөү ОСАГО буйынса компенсацияны 4 тапҡырға арттырғанын белә инегеҙме?

Ваҡиғаны ҡағыҙ һәм электрон европротокол төҙөгәндә «Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһында фотоға төшөрөп алырға мөмкин. Автомобилдең емерелгән урындарын теркәү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә.

Фекер айырмалыҡтары булмағанда компенсацияның максималь күләме түбәндәгесә:

  • фото менән - 400 000 һум
  • фотоһыҙ - 100 000 һум

Ҡушымтала фотоны нисек эшләргә - ошонда ҡарағыҙ https://vk.cc/cpkrpc

Нисек итеп фотоны дөрөҫ төшөрөргә:

  • кадрға яҡындағы деталдәр ҙә эләгергә тейеш, сөнки шулар буйынса автомобилдең фотолағы өлөшөн билдәләргә мөмкин;
  • машинаның зыян күргән өлөшө фотоның уртаһында булырға тейеш;
  • емерелгән урындар фотола насар күренһә, уларҙы ҡулығыҙ менән төртөп күрһәтегеҙ һәм өҫтәмә ракурстан тағы фотоға төшөрөгөҙ;
  • ҡараңғы ваҡытта машинаны яҡтыртып тороғоҙ

Водитель таныҡлығын һәм СТС-ты электрон төрҙә күрһәтеү, юл-транспорт ваҡиғаһын европротокол буйынса онлайн рәсмиләштереү, штрафтар тураһында белдереү ҡағыҙы алыу һәм түләү, риза булмаған осраҡта ялыу биреү өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре Авто" ҡушымтаһын күсереп алығыҙ

https://www.gosuslugi.ru/auto

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/anlatabiz102

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас