+30 °С
Болотло

Социаль-сәйәси өлкәлә нисек эксперт булырға?

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең «Йәштәр эксперт үҙәге» проектына инеү һәм «Сәйәси менеджмент» программаһы буйынса белем алыу мөмкинлеге бар.

Социаль-сәйәси өлкәлә нисек эксперт булырға?Социаль-сәйәси өлкәлә нисек эксперт булырға?
Социаль-сәйәси өлкәлә нисек эксперт булырға?

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең «Йәштәр эксперт үҙәге» проектына инеү һәм «Сәйәси менеджмент» программаһы буйынса белем алыу мөмкинлеге бар.

Проекттың маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт тормошона бойондороҡһоҙ баһа биреү һәм унда ҡатнашыу өсөн социаль-сәйәси өлкәлә хәҙерге эксперттарҙың йәш берләшмәһен булдырыу.

Ҡатнашыусылар:

- шәхси остаз ҡулы аҫтында социаль һәм ижтимағи-сәйәси экспертиза буйынса практик белем аласаҡ
- сифатлы эксперт контенты булдырыу һәм уны социаль селтәрҙә алға ебәреү буйынса техник әҙерлек үтәсәк
- төрлө кимәлдәге депутаттар менән осрашып, власть органдары структураһы менән танышасаҡ
- төбәктең алдынғы эксперттарының, йәғни дәүләт власы органдары һәм ғилми берләшмә вәкилдәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, политологтарҙың, журналистарҙың һәм компания менән дәүләт власы органдары араһында уңышлы бәйләнеш булдырыу өсөн яуаплы менеджерҙарҙың лекцияларын тыңлаясаҡ

«Сәйәси менеджмент» программаһы буйынса уҡытыу нисек үтәсәк?

Уҡыу осоро - 2023 йылдың 25 июленән 1 ноябренә тиклем, уҡыу формаһы - көндөҙгө-ситтән тороп һәм дистанцион.

Проектта нисек ҡатнашырға?

Заявканы 2023 йылдың 17 июленә тиклем бирергә мөмкин: http://багсу.рф/sign_up

Ҡатнашыусылар һаны сикле - һайлап алыу конкурсы нигеҙендә программаға 50 кеше алына.

Ҡатнашыусыларҙың йәше - 18 йәштән 35 йәшкә тиклем.

Ойоштороусылары - Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә коммерцияға ҡарамаған «Авангард» автономлы ойошмаһы.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас