+30 °С
Облачно

Абитуриенттар өсөн Башҡортостанда 14 886 бюджет урыны ҡаралған

2023 йылда Башҡортостан университеттарында абитуриенттар өсөн бюджет урындары арта. 

Абитуриенттар өсөн Башҡортостанда 14 886 бюджет урыны ҡаралғанАбитуриенттар өсөн Башҡортостанда 14 886 бюджет урыны ҡаралған
Абитуриенттар өсөн Башҡортостанда 14 886 бюджет урыны ҡаралған

2023 йылда Башҡортостан университеттарында абитуриенттар өсөн бюджет урындары арта. 

Барлығы 14 886 абитуриент дәүләт иҫәбенә уҡыясаҡ. Был уҙған йылға ҡарағанда 512-гә күберәк.

Ил буйынса 260 000 абитуриент шәхсән үҙе, почта аша, юғары уҡыу йорттарының мәғлүмәт системалары аша һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә үҫеш алған «Уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» суперсервисы аша документтарын тапшырған, 400 000-дән ашыу ғариза бирелгән.

Вице-премьер Дмитрий Чернышенко сервистың хәүефһеҙ һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙә юғары тиҙлекә эйә булыуын билдәләй. Уға 1000-дән ашыу уҡыу йорто тоташҡан. Һанлы профиль булдырыу һөҙөмтәһендә абитуриентҡа мәғлүмәттәрҙе ҡулдан индереү кәрәкмәй. Ғаризаны 1,5 - 5 минут эсендә тапшырырға мөмкин. Ҡабул итеү кампанияһы 25 июлгә тиклем дауам итә.

 

Автор:
Читайте нас