+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Урманға ҡорт төшкән

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 390 мең гектар майҙанды ебәк күбәләге баҫып алған.

Урманға ҡорт төшкән
Урманға ҡорт төшкән

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 390 мең гектар майҙанды ебәк күбәләге баҫып алған.

Уҙған йылдарға ҡарағанда ҡоротҡос бөжәктәр таралған майҙан ике тапҡырға яҡын кәмерәк. Ике йыл элек, мәҫәлән, ебәк күбәләге 650 мең гектар майҙандағы йәшел үҫентеләргә зыян килтергән.

Әле Баймаҡ, Федоровка, Миәкә, Бәләбәй, Бишбүләк райондарында 67 мең гектар ерҙә урмандар махсус препараттар менән эшкәртелгән.

Белгестәр әйтеүенсә, алдағы ике аҙнала ҡоротҡос ағас япраҡтары менән туҡланыуҙан туҡтарға тейеш. Ағастар яңынан йәшелләнә башлай. Тимәк, урмандарға бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

Автор:
Читайте нас: