+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һыу буйында һаҡ булығыҙ

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә республикала өс кеше һыуға батып үлгән.

Һыу буйында һаҡ булығыҙ
Һыу буйында һаҡ булығыҙ

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә республикала өс кеше һыуға батып үлгән.

Нефтекама эргәһендәге Ҡарман һыуһаҡлағысында өрҙөрөлгән матраста йөҙгән 32 йәшлек ир һаҡһыҙлыҡ күрһәткән һәм үлемесле фажиғәгә тарыған.

Шишмә районы Енғалыш ауылы эргәһендәге быуала 35 йәшлек ирҙең ғүмере ҡыйылған.

Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылы эргәһендә, Дим буйында, 30 йәшлек ир батҡан.

Үткән ял көндәрендә шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы янындағы күлдә, Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһенә һуғлып ятҡан Ҡариҙел йылғаһында, Учалы районында урындағы карьерҙа, Күгәрсен районының Түләбай ауылы быуаһында, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы янында Ағиҙел йылғаһында һыуҙа һәләк булыу осраҡтары теркәлгән.

Һыуҙа һаҡ булығыҙ, тик рәсми пляждарҙа ғына һыу төшөгөҙ!

Автор:
Читайте нас: