+16 °С
Болотло
“Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе ваҡиғаларға бай булды. Өс көн барған киң мәҙәни сарала Башҡортостандың сигелгән картаһын да күрһәттеләр.
Ул – 28 оҫтаның дөйөм эше. Шуныһы ҡыҙыҡ: иң йәш сигеүсегә – Баймаҡ районынан Таңсулпан Ҡотлоғужинаға - 16 йәш булһа, Йылайырҙан Рәйсә Янбаева – 74 йәш.
Республиканың сигелгән картаһы Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына эшләнгән. Августа уникаль был ҡул эше “Сигелгән Рәсәй” Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡуйыласаҡ. Артабан райондар буйлап йөрөтөү һәм Милли музейҙа күрһәтеү ҡаралған.