+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Китап байрамынан ситтә ҡалмағыҙ

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе үтә.

Китап байрамынан ситтә ҡалмағыҙ
Китап байрамынан ситтә ҡалмағыҙ

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе үтә.

Өс көнгә һуҙылған мәҙәни сара Совет майҙанында ойошторола. Унда китап сауҙаһы, төрлө осрашыуҙар, сығыштар, кино күрһәтеү була. Мәскәүҙән билдәле актерҙарҙың, сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең килеүе көтөлә. 27 майҙа, мәҫәлән, 18.00 сәғәттә актер Даниил Спиваковский Мостай Кәримдең әҫәре буйынса - "Беҙҙең өйҙөң йәме", ә 28 майҙа ошо уҡ ваҡытта билдәле Рәсәй актеры Дмитрий Дюжев "Евгений Онегин" моноспектаклен уйнай.

Байрамға рәхим итегеҙ! Көн дә иртәндән ҡараңғы төшкәнсе төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашығыҙ!

Китап байрамынан ситтә ҡалмағыҙ
Китап байрамынан ситтә ҡалмағыҙ
Автор:
Читайте нас: