Өфөнөң Совет майҙанында "Тыуған ил нимәнән башлана?" тип аталған илһөйәрлек концерты булды.
Байрам программаһын М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары башҡарыуындағы "Һәм беҙ барыбер еңдек" тигән әҙәби-музыкаль композиция асты. Унан Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында, әлеге махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын тороп иҫкә алды.
Республика Башлығы Башҡортостан халҡын Еңеү байрамы менән ҡотланы. Ул шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға - дәүләт наградалары, йәш Шайморатовсыларға значоктар тапшырҙы.
Совет майҙанындағы плац-концертта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге тынлы оркестр, Башҡортостандың дөйөм оркестры, Хәрби тынлы оркестры, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Халыҡ инструменттары милли оркестры музыканттары ҡатнашты.