+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәнәғәт объекттары буйлап үҙенсәлекле экскурсиялар ойошторола

Башҡортостандың иң ҙур предприятиеларының береһе «ПОЛИЭФ»та ҡояш энергияһының ниндәй роль уйнағанын белгегеҙ киләме?

Сәнәғәт объекттары буйлап үҙенсәлекле экскурсиялар ойошторола
Сәнәғәт объекттары буйлап үҙенсәлекле экскурсиялар ойошторола

Башҡортостандың иң ҙур предприятиеларының береһе «ПОЛИЭФ»та ҡояш энергияһының ниндәй роль уйнағанын белгегеҙ киләме?

Ябыҡ заводты ҡарау ниәтегеҙ бармы?

Благовещендың Берләшкән металлургия компанияһында деталдәрҙең нисек эшләнеүен күрергә теләйһегеҙме?

Өфө эргәһе Йылылыҡ электр үҙәгендә фотоға төшөргә уйлайһығыҙмы?

Яңы бешкән «Благовещен икмәген» тәмләп ҡарағығыҙ киләме?

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы булышлығында Стратегик башланғыстар агентлығы ғәмәлгә ашырған сәнәғәт туризмын үҫтереү проекты сиктәрендә үрҙә һанап үтелгән хыялдарҙың барыһын да тормошҡа ашырырға була.

Беҙҙең төбәктә үҫеш стратегияһы проектын Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Благовещен районы хакимиәте менән берлектә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы әҙерләй.

Сәнәғәт туризмы республика предприятиеларының уңыштары хаҡында һөйләргә, инвестициялар йәлеп итергә һәм танылыу яуларға, предприятиеларҙың потенциаль хеҙмәткәрҙәре өсөн һөнәри йүнәлеш биреү эшен яйға һалырға мөмкинлек бирә.

«Башҡортостандың сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса стратегияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды. Был «Асыҡ сәнәғәт» II Бөтә Рәсәй акселераторы һөҙөмтәһе, тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.

Башҡортостан Республикаһының тарихи һәм заманса сәнәғәт объекттары буйлап үҙенсәлекле экскурсияларға рәхим итегеҙ! Тулыраҡ мәғлүмәтте:

  «Терра Башкирия» сайтында: https://vk.cc/cnCtTV
  «Туристик Благовещен» сайтында: https://vk.cc/cnCueJ
  Благовещен ҡалаһының Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында https://muzeiblagrb.jimdofree.com/ табырға һәм 8 (34766) 2 28 86, 8 (987) 025 85 50 телефон һандары буйынса белешергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: