-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бушлай юридик ярҙам алырға була

Башҡортостан һәм Рәсәй халҡына бушлай юридик ярҙам күрһәтә башлайҙар. Дәүләт Думаһы республика Дәүләт Йыйылышының тейешле закон проектын хупланы һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Бушлай юридик ярҙам алырға була
Бушлай юридик ярҙам алырға була

Башҡортостан һәм Рәсәй халҡына бушлай юридик ярҙам күрһәтә башлайҙар. Дәүләт Думаһы республика Дәүләт Йыйылышының тейешле закон проектын хупланы һәм беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Һүҙ эшләмәгән пенсионерҙар, күп балалы һәм яңғыҙ ата-әсәләр, алданған өлөшсөләр һәм башҡалар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре хаҡында бара. Билдәләнеүенсә, илдең һәр төбәге бушлай һәм сифатлы хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә осраҡтарын билдәләй ала.

«Закон проекты граждандарыбыҙҙың хоҡуҡи һәм социаль яҡланғанлығын көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, адвокаттар был хеҙмәттәрҙе федераль закондар менән билдәләнгән осраҡтарҙа ғына күрһәтә ала. Әммә төбәк власть органдары халыҡтың көнүҙәк ихтыяждарын иҫәпкә алып, бушлай юридик ярҙам алыусылар даирәһен үҙаллы киңәйтә алһа, хоҡуҡи ярҙамдың һөҙөмтәлелеге тағы ла юғарыраҡ булыр», — тине Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Был башланғыс юридик консультацияларға һәм документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеүгә генә түгел, судта кешенең мәнфәғәттәрен яҡлауға ла ҡағыла.

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-24/zhitelyam-bashkirii-budut-okazyvat-besplatnuyu-yuridicheskuyu-pomosch-3231398

Автор:
Читайте нас: