+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар, конкурс

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡындағы һүрәтләмәләре «Еңеүҙең онотолмаҫлыҡ тарихы» халыҡ альманахына инеүе мөмкин.

Иғтибар, конкурс
Иғтибар, конкурс

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡындағы һүрәтләмәләре «Еңеүҙең онотолмаҫлыҡ тарихы» халыҡ альманахына инеүе мөмкин.

Тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләгеҙ һәм Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Геройҙары ҡулынан диплом һәм альманах алығыҙ!
Конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөн һәм Сталинград бәрелешендә совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 80 йыл тулыуҙы, Курск һуғышындағы еңеүҙең һәм Ленинград блокадаһын өҙөүҙең 80 йыллыҡ даталарын билдәләүгә арнала.
Килгән бөтә материалдар Рәсәй Ҡораллы Көстәренең «Патриот» хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә төҙөлгән Төп ғибәҙәтхананың «Хәтер юлы» мультимедиялы музей комплексына һәм Мәскәүҙәге «Еңеү музейы»на тапшырыласаҡ.
Ә милләт-ара дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙамсыллыҡ, төрлө милләт вәкилдәренең Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта һәм тылда күрһәткән батырлыҡтары тураһындағы фотоһүрәттәре менән иң ҡыҙыҡлы 80 тарих «Еңеүҙең онотолмаҫ тарихтары» китабына инәсәк.
Милләт-ара дуҫлыҡ хаҡындағы халыҡ хикәйәләре йыйынтығының исем туйы 2023 йылдың 18 майында Мәскәүҙәге тантаналы сара барышында уҙғарыласаҡ һәм иң яҡшы авторҙарға бүләк ителәсәк.


▪Конкурста нисек ҡатнашырға
  2023 йылдың 9 майына тиклем ғаилә альбомындағы һуғыш осоро фотоһүрәтен һәм уға ҡағылышлы һуғышта ҡатнашҡан төрлө милләт кешеләре яҙмышы, милләт-ара дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙамсыллыҡ хаҡындағы хикәйәне электрон почтаға [email protected] ебәрергә.
  Хикәйәнең күләме - кәмендә 2 мең билдә.
  Өҫтәмә рәүештә наградалар тураһында мәғлүмәт, ғаиләгә килгән хаттар һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, фотолар, биографик мәғлүмәттәр беркетергә кәрәк.
  Конкурста бер кеше лә, коллектив (ғаилә, класс, ойошма һәм башҡалар) менән дә ҡатнашырға мөмкин.
  Тарихты һүрәтләүсенең йәки авторҙар коллективының исемдәрен, фамилияларын һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәт күрһәтергә кәрәк.

▪Конкурс жюрийы
Иң яҡшы хикәйәләрҙе «Рәсәй Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ кешеләр һайлап ала.


▪Конкурсты ойоштороусылар
Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты булышлығында «Халыҡ-ара интеграция технологиялары» коммерцияға ҡарамаған фонды www.fondmit.ru.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.cc/cn2ukS

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: