Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йорттоң дөйөм мөлкәтенә коммуналь хеҙмәттәр өсөн яңыса түләү ҡағыҙы аласаҡ.
Һүҙ подъездағы, подвалдағы, сарлаҡтағы, йәғни дөйөм йорт мөлкәте составына ингән бөтә бүлмәләрҙәге яҡтылыҡ, һыу һәм канализация тураһында бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм мөлкәтен файҙаланғанда коммуналь ресурстар өсөн иҫәпләү ысулына 2022 йылдың 1 сентябренән үҙгәрештәр индерелгәйне. Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 3 февралендәге 92-се ҡарары нигеҙ булып тора. Ошо хаҡтағы мәғлүмәт күрһәтелгән һылтанмала: http://actual.pravo.gov.ru/text.html#pnum=00012022020..
Быға тиклем, 2022 йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр, дөйөм йорт мөлкәтенең ут, һыу һәм канализацияһы өсөн норматив буйынса түләнде. Хәҙер, иҫәпләү приборҙары күрһәткестәрен ай һайын күрһәтеп, аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкин.
Шуныһы мөһим: идарасы компаниялар уҙған йыл өсөн ҡайтанан иҫәпләүҙәрҙе киләһе йылдың беренсе кварталында башҡара. Әгәр күп фатирлы йорт хужалары норматив буйынса түгел, ә факт буйынса түләргә уйлаһа, уларға йыйылыш үткәреп, протокол төҙөргә һәм протоколды идарасы компанияға тапшырырға кәрәк.
Дөйөм йорт йыйылышын үткәреү протоколы формаһы ошонда: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/472932/
Ентеклерәк - БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында:
https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/477632/
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан