+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

2023 йылда Башҡортостанда «Музейҙар төнө» ҡасан һәм ҡайҙа уҙғарыла?

Бөтә Рәсәй «Музейҙар төнө» акцияһы 2023 йылдың 20 майында үтәсәк. Акцияның темаһы - «Тарих һәм тарихтар». Сара 18:00 сәғәттә башлана.

Башҡортостандағы акцияла республиканың дәүләт һәм муниципаль, шулай уҡ корпоратив һәм шәхси музейҙары ҡатнаша.

Өфөнөң муниципаль музейҙары Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған программа әҙерләй. В.И.Ленин исемендәге йорт-музей «Белем - яҡтылыҡ!» күргәҙмәһен аса һәм акция барышында ҡауырһын менән яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе музейы шулай уҡ күргәҙмә һәм насар күргән кешеләр менән күнекмәләр, «Брайль әлифбаһы» буйынса оҫталыҡ дәресе әҙерләй.

Милли әҙәбиәт музейы филиалдары - Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Арыҫлан Мөбәрәков, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейҙарында Уҡытыусы һәм остаз йылы һәм ватансыллыҡ темаларына саралар уҙғарыласаҡ.

Республиканың төп музейҙарында «Музейҙар төнө» акцияһына, шул иҫәптән «Пушкин картаһы» буйынса ташламалы хаҡ ҡуйыла.

Акцияла ҡатнашҡан музейҙар исемлеге, саралар программаһы, музейҙарҙың 20 майҙағы кистәнге эш режимы һәм билеттарға хаҡтар тураһындағы мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы музейҙарының һәм Мәҙәниәт министрлығының интернет-ресурстарында барлыҡҡа киләсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: