+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Электричкала 50 процент ташлама менән йөрөү тураһында

Башҡортостанда төбәк льготаһына эйә булыусылар электричкала 50 процент ташлама менән йөрөй ала.

Электричкала 50 процент ташлама менән йөрөү тураһында
Электричкала 50 процент ташлама менән йөрөү тураһында

Башҡортостанда төбәк льготаһына эйә булыусылар электричкала 50 процент ташлама менән йөрөй ала.

Ташлама йыл һайын бирелә һәм ул 1 апрелдән 31 октябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Ташламаға түбәндәге кешеләр хоҡуҡлы:

  Хеҙмәт ветерандары - Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны һәм пенсия таныҡлығы буйынса
  Тыл хеҙмәтсәндәре
  Сәйәси репрессиялар осоронда репрессияға дусар ителгәндәр һәм һуңынан аҡланғандар
  Сәйәси репрессияларҙан зыян күреүселәр
  Хеҙмәт ветерандары - ташламаларға хоҡуҡ биреүсе ҡушымтаһы менән 2004 йылдың 31 декабренә тиклем бирелгән пенсия таныҡлығы буйынса
  Хәрби хеҙмәт ветерандары - хәрби хеҙмәт ветераны таныҡлығы һәм пенсия таныҡлығы буйынса
  Пенсионерҙар - Рәсәй Пенсия фонды һәм Башҡортостан буйынса Социаль фонд биргән пенсия таныҡлығы буйынса (республика халҡы өсөн)
  Пенсионерҙар - пенсия таныҡлығы һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәүе булған паспорт буйынса (Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр өсөн)
  Хеҙмәт ветерандары - Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт ветераны таныҡлығы һәм пенсия таныҡлығы буйынса

Ташламалы юл йөрөүҙе нисек рәсмиләштерергә

Билет алыу өсөн кассала социаль ярҙам сараларына хоҡуғыңды раҫлаған документ күрһәтергә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 15 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә дәүләттең көйләнеүсе хаҡтары (тарифтары) һәм ташламалы юл йөрөү билеттары буйынса пассажирҙар ташыуҙан юғалған килемде ҡаплауға ойошмаларға субсидиялар биреү тураһында»ғы 469-сы ҡарары https://docs.cntd.ru/document/450254007

Ҡала яны тимер юл транспортында пассажирҙар ташыуға тарифтар һәм ташламалар тураһындағы мәғлүмәт һылтанма буйынса: https://bppc.ru/passazhiram/tarify/

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының мәғлүмәт диспетчер төркөмө: 8 (800) 222-63-09

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: