+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Түләүҙе кәметергә мөмкин

Күп фатирлы йорт коммуналь ресурсты иҫәпләү приборы менән йыһазландырылмаған булһа, коммуналь ресурстар өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлаған ҡулланыу нормативынан сығып иҫәпләнә.

Түләүҙе кәметергә мөмкин
Түләүҙе кәметергә мөмкин

Күп фатирлы йорт коммуналь ресурсты иҫәпләү приборы менән йыһазландырылмаған булһа, коммуналь ресурстар өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлаған ҡулланыу нормативынан сығып иҫәпләнә.

1 сентябрҙән бындай йорттар өсөн үҙгәреш булмаясаҡ.

Күп фатирлы йорт иҫәпләү приборы менән йыһазландырылған осраҡта, иҫәпләшеүҙең өс варианты бар.

1. Милекселәр дөйөм йыйылышта иҫәпләшеү ысулы тураһында ҡарар ҡабул итмәй. Дөйөм йорт мөлкәтен тотоуға коммуналь ресурстар өсөн ҡулланыу нормативынан сығып түләнә. Киләһе йылдың беренсе кварталында был түләү дөйөм йорт приборы буйынса билдәләнгән фактик ҡулланыуҙан сығып яңынан иҫәпләнәсәк.

2. Милекселәр дөйөм йыйылышта уртаса айлыҡ ҡулланыу күрһәткесе буйынса түләү тураһында ҡарар ҡабул итә. Киләһе йылдың беренсе кварталында ул фактик ҡулланыуҙан сығып ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Түләү дөйөм йорттоң иҫәпләү приборы буйынса билдәләнә.

3. Милекселәр дөйөм йыйылышта бер ай өсөн фактик ҡулланыуҙан сығып түләргә ҡарар итә. Был осраҡта ҡайтанан иҫәпләү талап ителмәй, иҫәпләү ҡулланыу факты буйынса башҡарыла.

Коммуналь ресурстар күләмен кәметеү өсөн йортта йәшәүселәргә йортто хеҙмәтләндергән идарасы компания менән осрашыу ойошторорға һәм йорттоң дөйөм ихтыяжға тотонған ресурстар күләмен асыҡларға кәрәк. Мәҫәлән, уҙған 12 ай өсөн. Шул саҡта бер ай дауамында ҡулланылған ресурстың күләме билдәле буласаҡ. Шуны асыҡлағас, йортта йәшәүселәр түләү ысулын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итә ала, тип билдәләй Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Шуныһы ла мөһим:

- йортҡа энергияны һаҡсыл ҡулланыусы лампочкалар ҡуйығыҙ

- электр һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә рөхсәтһеҙ тоташыуға юл ҡуймағыҙ

- шәхси иҫәп приборҙары күрһәткестәрен ваҡытында тапшырығыҙ

- юғалтыуҙарҙы (һыуҙың ағыуын, насар сымдарҙы, торбаларҙы изоляциялауҙы һәм башҡалар) кәметеү өсөн ваҡытында ағымдағы һәм капиталь ремонт үткәрегеҙ.

Дөйөм йорт йыйылышын үткәреү протоколы формаһы ошонда: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/472932/

Ентеклерәк - БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында:
https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/477632/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: