+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы сервис аша – баланы беренсе класҡа

Баланы беренсе класҡа нисек яҙҙырырға - Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы сервис асты.

Яңы сервис аша – баланы беренсе класҡа
Яңы сервис аша – баланы беренсе класҡа

Баланы беренсе класҡа нисек яҙҙырырға - Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы сервис асты.

Хәҙер ата-әсәләр баланы мәктәпкә яҙҙырыу өсөн алдан ғариза тултыра ала.

Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғаризаны алдан тултырырға һәм уны шәхси кабинетта һаҡларға кәрәк. 1 апрелгә тиклем ҡараламаға үҙгәрештәр индерергә мөмкин.

Электрон хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн түбәндәге документтар кәрәк:

- баланың атаһының йәки әсәһенең паспорты
- баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы
- баланың теркәлеү урыны хаҡында белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балаларҙы мәктәпкә ҡабул итеү кампанияһының тәүге осоро 1 апрелдән 30 июнгә тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа ғаризаны теркәлгән урын буйынса йәки, ташламалар булған осраҡта, башҡа мәктәпкә бирергә була. Һайлаған мәктәптә баланың ағаһы йәки апаһы уҡыһа, был хаҡта мәғлүмәт биреү мотлаҡ.

Кампанияның икенсе осоро 6 июлдән 5 сентябргә тиклем дауам итә. Был арауыҡта теләгән башҡа мәктәпкә ғариза биреп була. Буш урындар ҡалһа, баланы унда ҡабул итәсәктәр. Ғаризалар ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс көн эсендә ошо хаҡта шәхси кабинетҡа хат киләсәк.

Әгәр ташламаларығыҙ бар икән, ғаризаға ташламаны раҫлаған документтарҙы беркетегеҙ. Уларҙың төп нөсхәһен мәктәпкә алып барырға кәрәк - шәхси кабинетҡа тейешле хат ебәрелә. Белеүегеҙсә, ташламалар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең балаларына, етемдәргә бирелә.

Ғаризаны ошонда тултырырға мөмкин: https://www.gosuslugi.ru/600426/1/form

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: