+8 °С
Облачно

Һәр кем бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала

Бушлай һөнәри белем алыу курстарына «Рәсәйҙә эш» порталы аша яҙылырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр кем бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла алаҺәр кем бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала
Һәр кем бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала

Бушлай һөнәри белем алыу курстарына «Рәсәйҙә эш» порталы аша яҙылырға мөмкин.

Программала ҡатнашыу өсөн:

- порталда авторизация үтегеҙ vk.cc/cclfqE;

- белем биреү программаһын һайлағыҙ һәм ғариза бирегеҙ;

- өс көн эсендә үҙегеҙҙең мәшғүллек үҙәгендә һөнәри йүнәлеш алығыҙ clck.ru/rfKsL.

Ғаризаны ҡарау ваҡыты - ете көн. Ғаризағыҙҙы хуплағандан һуң 10 көн эсендә һеҙҙе төркөмгә индерәләр.

Шуныһы мөһим: һәр төбәк өсөн һорау менән файҙаланған курстар һайлап алынған.

Ҡайтанан белем алыуға:

- өс йәшкәсә балаһы менән декретта ултырған әсәләр;

- мәктәпкәсә йәштәге балалары булған һәм эшләмәгән әсәләр;

- пенсия алды йәшендәгеләр һәм эшһеҙҙәр;

- эштән сығарыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр яҙыла ала.

Тулы исемлек ошонда: vk.cc/c6f6Uu.

Уҡытыу «Демография» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла: vk.cc/cizuax

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас