+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Олимпиада финалы була

25 – 31 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аҡмулла олимпиадаһының финал этабы үтә.

Олимпиада финалы була
Олимпиада финалы була

25 – 31 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аҡмулла олимпиадаһының финал этабы үтә.

Аҡмулла олимпиадаһы математика һәм химиянан алып экология һәм физик культураға тиклем төрлө йүнәлештәр буйынса уҙғарыла. Унда 8–11-се класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша ала. Еңеүселәр һәм призерҙар Башҡорт дәүләт педагогия университетына ғына түгел, Башҡортостандың һәм илдең башҡа юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә лә өҫтәмә балл ала.

Олимпиада һынауҙары 25 мартта – физиканан, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, 27 мартта – информатика, рус теленән, 28 мартта – география, рус теленән, 29 мартта – инглиз теле, иҡтисадтан, 30 мартта – инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән, 31 мартта – тарих, математика, биология фәндәренән, татар теле һәм әҙәбиәтенән була.

Йомғаҡлау этабын үткәреү ҡағиҙәләре һәм ҡатнашыусыларға талаптар олимпиаданың http://distolimp.bspu.ru сайтында бирелгән.

Автор:
Читайте нас: