+1 °С
Ясно

Ярҙам оҙатҡандар

Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстар берләшмәһе Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы эшҡыуарҙары менән берлектә махсус хәрби операция барған төбәккә гуманитар йөк әҙерләп оҙатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам оҙатҡандарЯрҙам оҙатҡандар
Ярҙам оҙатҡандар

Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстар берләшмәһе Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы эшҡыуарҙары менән берлектә махсус хәрби операция барған төбәккә гуманитар йөк әҙерләп оҙатты.

Берләшмә рәйесе, “Саптар” өлгөлө хореографик студия етәксеһе Радик Бакиров белдереүенсә, Баймаҡ, Әбйәллил, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙары  командаһы Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев батальондары һәм мобилизацияланған яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙы һәм оҙатыуҙы даими ойоштора. Әле окоп төҙөүҙә һәм башҡа нәмәләр өсөн тотоноуға 30 кубометр таҡта һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр туплағандар. Бынан тыш, күсмә мунса, һыуытҡыс, яғыулыҡ-майлау материалдары, кәрәкле инструменттар ҙа тейәгәндәр. Урал аръяғының өс эре эшҡыуары ярты миллион һумға яҡын ярҙам күрһәткән.

Был - Урал аръяғынан Донбассҡа юлланған өсөнсө гуманитар йөк.

Йәмәғәт башланғыстар берләшмәһе ағзалары, эшҡыуарҙар Илсур Нәбиуллин һәм Руслан Таһиров әйберҙәр тейәлгән фураны урынға – Луганск Халыҡ Республикаһына тиклем оҙатып киткән.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы.

Автор:
Читайте нас