+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Быуынды дауалауҙа яңы ҡорамал ҡулланалар

Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы хирургтары эндоскопия хирургияһы өсөн электромеханик ҡоромалдың яңы комплектын әүҙем файҙалана. Был мөмкинлек “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тыуҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 –  Артроскопия – ул операция ярҙамында дауалауҙың бик һаҡ алымы һәм быуындар зарарланғанда теүәл диагностикалау ысулы. Ул МРТ һәм УЗИ кеүек диагностикалау алымдарынан ҡайһы бер өҫтөнлөктәргә эйә, сөнки табипҡа был ҡорамал быуындың ни кимәлдә зыянлауын күреү генә түгел, зарарланған урынды дауалау мөмкинлеген дә бирә, – тип һөйләй дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.

Бөтә процедура бик бәләкәй итеп киҫелгән тире аша үтеп башҡарыла. “Һүрәтте” күрер өсөн диаметры 1,9-4 миллиметр булған ҡаты эндоскоп (артроскоп) ҡулланыла, ә яраны нәҙек хирургия ебе менән тегеп ҡуялар. Яңы ҡорамалдың экраны юғары теүәллектә күрһәтә. Был хирургтар эшен байтаҡҡа еңеләйтә.

– Сифатлы медицина ҡорамалының булыуы табиптарыбыҙға сирҙәрҙе дауалауҙа һәм профилактикалауҙа ҙурыраҡ уңыштарға ирешергә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, – ти Ринат Нагаев.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: