-28 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Гараж амнистияһы тураһында

Гараж амнистияһы тураһында "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Гараж амнистияһы тураһында
Гараж амнистияһы тураһында

Гараж амнистияһы тураһында "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Шәхси милеккә РФ-тың әлеге гражданлыҡ кодексы ғәмәлгә ингәнгә тиклем (2004 йылдың 29 декабренә тиклем) төҙөлгән һәм суд йәки урындағы үҙидара органы ҡарары буйынса, үҙ белдеге менән төҙөлгән, тип танылмаған капиталь гаражды шәхси милеккә күсерергә мөмкин.

Шулай уҡ быға тиклем гараж кооперативына мөҙҙәтһеҙ даими файҙаланыу хоҡуғы бирелгән ер участкаһында урынлашҡан капиталь төҙөлмәгән гаражды.

Уны нисек шәхси милеккә күсерергә?

Ғаризаны һәм гараж ултырған ер менән файҙаланыу хоҡуғын раҫлаған бөтә документтарҙы Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының гараж урынлашҡан урын буйынса территориаль бүлегенә ебәрергә кәрәк.

Милек хоҡуғын түбәндәге документтар менән раҫларға мөмкин:

Власть органының йәки предприятиеның ер участкаһы биреү тураһындағы ҡарары, шул иҫәптән совет осорондағы ҡарар;

Гараж төҙөлгән ваҡытта эшләгән заводтың, фабриканың, совхоздың, колхоздың йәки башҡа предприятиеның ҡарары;

Кооперативта пай түләү тураһында белешмә йәки башҡа документ;

Гаражды кемгә лә булһа беркетеү тураһындағы ҡарар;

Ғариза яҙыусының исеменә бирелгән гараждың иҫке техпаспорты;

Электр һәм инженер селтәрҙәренә тоташтырыу тураһындағы документтар;

Үҙеңдән алдағы милексенән мираҫҡа алыу йәки һатып алыу тураһындағы документтар.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре https://vk.cc/cmjgjW йәки Күп функциялы үҙәк https://mfcrb.ru/?page_id=4014 аша ла ебәрергә мөмкин

Мөһим! Әгәр участка кадастр иҫәбендә тормаһа, биләмәнең кадастр планында участканың урынлашыу схемаһы һәм, кәрәк булһа, гараждың үҙенә техник план да талап ителәсәк. Бындай схеманы әҙерләү өсөн кадастр инженерына үҙаллы мөрәжәғәт итергә. Кадастр иҫәбенә ҡуйыу хеҙмәте - бушлай.

"Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәренән онлайн-сервис (https://vk.cc/cmhu4F) йәки күрһәтелгән телефон аша (8 (347) 224-36-48) консультация алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас в