-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Талаптар артты

Такси һәм йәмәғәт транспорты водителдәренә талаптар артты.

Талаптар артты
Талаптар артты

Такси һәм йәмәғәт транспорты водителдәренә талаптар артты.

Айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн үтәлмәгән йәки аҡланмаған хөкөм булһа йә иһә ошо енәйәттәр өсөн енәйәт эше алып барылһа, такси, автобус, трамвай һәм троллейбус водителе, метро машинисы булып эшләү тыйыла.

Ниндәй енәйәттәр тураһында һүҙ бара

  Йәмәғәт транспорты водителдәре өсөн - йәмәғәт хәүефһеҙлегенә, конституция ҡоролошо нигеҙҙәренә, тыныслыҡҡа һәм хәүефһеҙлеккә ҡаршы енәйәттәр.

  Такси водителдәре өсөн - был шулай уҡ кеше үлтереү, аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, кешене урлау, талау, енси ҡағылғыһыҙлыҡҡа ҡаршы енәйәт. Сикләү ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәргә генә түгел, ә уртаса ауырлыҡтағы енәйәттәргә лә ҡағыла.

Был рәсәйлеләргә һәм Евразия иҡтисади союзы илдәренең (Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) хеҙмәт мигранттарына ҡағыла. Башҡа сит ил граждандары өсөн бындай сикләүҙәр индерелмәй - хөкөмгә тарттырылған осраҡта, улар патент йәки Рәсәйҙә эшләүгә рөхсәт ала алмай.

Эшләп йөрөүсе водителдәр 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем эш биреүсегә хөкөмгә тарттырылмау йәки енәйәт эшен туҡтатыу тураһында белешмә тапшырырға тейеш. Юғиһә, уларҙы эштән бушатасаҡтар.

📄 Ентеклерәк мәғлүмәт:
– 2022 йылдың 11 июнендәге 155-се федераль законда https://vk.cc/cmhffY
– 2022 йылдың 11 июнендәге 156-сы федераль законда https://vk.cc/cmhfiS
📄 Такси эшенең хәҙер нисек көйләнәсәге хаҡында түбәндәге һылтанмалар буйынса инеп уҡығыҙ:
– Дәүләт Думаһы сайты http://duma.gov.ru/news/56105/
– 2022 йылдың 12 декабрендәге 580-се федераль закон https://vk.cc/cmh96s

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас в