2021 йылдың сентябрь айында Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында уҡыған өс башҡорт ҡыҙының фажиғәле үлеме барлыҡ республика халҡын тетрәндергәйне.
"Ата-әсәләре ни кисергәнен күҙ алдына ла килтерә алмайым", - тине ул саҡта Радий Хәбиров йән өшөгөс ваҡиға тураһында.
Ҡалалағы медицина колледженда белем алған Баймаҡ һәм Күгәрсен районынан 17, 18, 19 йәшлек Айгизә, Әдилә, Зөлфиә фатирҙа йәшәгән була. Енәйәтсе, 31 йәшлек Александр Лазарев, төндә ҡыҙҙар йәшәгән фатирға инә, бысаҡ менән янап, уларҙы көсләй. Енәйәтен йәшереү ниәте менән һәр береһенә күп тапҡыр сәнсә һәм бүлмә йыһаздарына ут төртә. Ҡыҙҙар үлемесле тән йәрәхәттәре алған була.
Бер нисә көндән вәхши ҡулға алына.
Бөгөн, 15 мартта, Ырымбур өлкә суды уға хөкөм ҡарары сығарҙы, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Енәйәтсе ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгән. Ул махсус режимлы төрмәлә ултырасаҡ.