Башҡортостанда һөнәри эшмәкәрлегенән һалым түләгән үҙмәшғүлдәр һаны арта бара.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата был һалымды түләүселәр һаны 125,5 мең кеше тәшкил иткән, йәғни былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға күберәк булған.
2022 йылда Башҡортостандың дөйөмләштерелгән ҡаҙнаһына һөнәри килемдән 288,4 миллион һум һалым ингән, 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға артҡан. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында уны йыйыу буйынса – 14-се, Волга буйы федераль округында 4-се урынды биләгән.
Республикала һалымдың был төрөн башлыса автотранспортта йөк ташыусылар, үҙ продукцияһын һатыусылар, төҙөлөш, реклама өлкәләрендә эшләүселәр, прикмахер һәм матурлыҡ салоны хеҙмәте күрһәтеүсәләр түләй.
Үҙмәшғүл статусын:
- “Минең һалымым” мобиль ҡушымта”;
- Һалым инспекцияһы сайтындағы үҙмәшғүлдең шәхси кабинеты;
- Дәүләт хеҙмәте порталы аша;
- Банктарҙың мобиль ҡушымтаһы аша алырға мөмкин.