+5 °С
Болотло
Башҡортостанда 1 апрелдә баланы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана.
«1 апрелдән мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән (йәғни йәшәгән урын буйынса) балаларҙың ата-әсәләре беренсе класҡа ғариза яҙырға мөмкин. Башҡалар 6 июлдән алып мәктәптә буш урындар бөткәнсе ошондай хоҡуҡҡа эйә, ләкин ағымдағы йылдың 5 сентябренән дә һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк», — тип яҙҙы республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин үҙенең телеграм-каналында.