+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Тоталь диктант" уҙғарыла

8 апрелдә белемде тикшереү буйынса Бөтә Рәсәй "Тоталь диктант" ирекмәндәр акцияһы уҙғарыла.

"Тоталь диктант" уҙғарыла
"Тоталь диктант" уҙғарыла

2023 йылда белемде тикшереү буйынса Бөтә Рәсәй "Тоталь диктант" ирекмәндәр акцияһы 8 апрелдә уҙғарыла.

Был акция, ҡатнашыусының енесе, йәше, белем кимәле, милләте, социаль статусы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем өсөн бушлай уҙғарыла. Хәҙер ул бөтә донъя кимәленә күтәрелде.

Башҡортостан халҡының да үҙ белемен тикшереү һәм заманса, яҡшы рус әҙәбиәте менән танышыу мөмкинлеге бар. 2022 йылда диктантты Өфөнән 1100 кеше һәм ҡала ҡунағы яҙған, уларҙың 37-һе күнекмәләрҙе "бишле" гә эшләгән.

Диктантҡа нисек әҙерләнергә

▪ 15 мартта Тоталь диктант сайтында старт аласаҡ онлайн-мәктәптә әҙерлек үтергә мөмкин: totaldict.ru/ufa

▪ Ә Өфөлә 14, 21, 28 мартта һәм 4 апрелдә бер юлы ике майҙансыҡта әҙерлек курстары үтәсәк:

Үҙәк ҡала китапханаһы (Комсомол урамы, 138)

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана (Ленин урамы, 4)

Дәрестәр ваҡыты: 18.45 – 19.30

Алдан теркәлеү мотлаҡ, курстарға киләһе һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин: totaldict.ru/ufa/#/events. Һәр дәрескә айырым яҙылырға кәрәк, әгәр пландарығыҙ үҙгәрһә - яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарыу мотлаҡ.

Тоталь диктант Өфөләге төрлө майҙансыҡтарҙа - юғары уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, кафеларҙа һәм башҡа урындарҙа үтә. Был хаҡта киләһе яҙмаларҙа таныштырырбыҙ: яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.

Әлегә диктантҡа әҙерләнә башлайбыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас в