+5 °С
Болотло
республикабыҙҙағы һулар һауаға ҡағылышлы брифинг була.
Урындарҙан, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм һауа күрһәткестәрен үлсәү лабораторияларынан, тура бәйләнешкә сығыу ҡаралған. Власть органдарының позицияһы нисек? Предприятиелар әле ниндәй эштәр башҡара, модернизация буйынса уларҙың пландары ниндәй? Ошо һорауҙар буйынса спикерҙар тура эфирҙа мәғлүмәттәр менән уртаҡлаша.
Брифингты шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.
Тапшырыу 17 сәғәт 30 минутта башлана.