+5 °С
Болотло
Үткән аҙнала Башҡортостан парламенты күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе һәм 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлылар исемлеген киңәйтте.
Хәҙер 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр был ярҙамға дәғүә итә ала.
Депутаттар билдәләүенсә, йәштәр араһында аңлатыу эштәрен киңерәк йәйелдерергә, күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтергә, фатир һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға кәрәк.