+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы үтә

Учи.ру онлайн-платформаһы уйын формаһында белем биреү өсөн тәғәйенләнгән.

Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы үтә
Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы үтә

Учи.ру онлайн-платформаһы уйын формаһында белем биреү өсөн тәғәйенләнгән.

Унда 10 миллиондан ашыу уҡыусы интерактив формала һәм үҙ ритмында мәктәп предметтарын өйрәнә, имтихандарға әҙерләнә, олимпиадаларҙа ҡатнаша.

1 марттан 31 мартҡа тиклем платформала финанс белем һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы үтә. Унда Башҡортостан уҡыусылары ла ҡатнаша ала.

Олимпиада «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә Рәсәй банкыһы, Финанс һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары булышлығында уҙғарыла. Олимпиада:

  1-9-сы класс уҡыусылары өсөн
  бушлай үткәрелә
  һөҙөмтәләр буйынса дипломдар, сертификаттар һәм грамоталар бирелә

Сарала ҡатнашыусыларҙы ниндәй эштәр көтөүен Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы Марат Кашапов аңлата:

- Балалар финанстар өлкәһендә үҙ белемен һәм оҫталығын тикшерә аласаҡ. Улар шәхси бюджетты планлаштырыуға, төрлө финанс сервистарын ҡулланыуға бәйле һәм мутлашыусыларға ҡаршы көрәш буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк. Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына үҙҙәрен эшҡыуар ролендә һынап ҡарарға тәҡдим ителәсәк. Эштәр олимпиадала ҡатнашыусыларға белемдәрендәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға һәм ниндәй темалар буйынса өҫтәмә шөғөлләнергә кәрәклеген аңларға ярҙам итәсәк.

Әйткәндәй, уҡыусыларҙың Учи.ру платформаһындағы олимпиадаға ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта бара. 2021 йылда Башҡортостандан 11,5 мең бала ҡатнашһа, 2022 йылда 38 меңгә еткән. Ҡатнашыусылар һаны буйынса республика илдә һигеҙенсе урынды биләй.

Олимпиада ошонда үтә: https://finance.uchi.ru/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: