+2 °С
Болотло
Республика кинотеатрҙарында “Нюрнберг” фильмы күрһәтелә. Кино 2 мартта бөтә Рәсәй буйынса прокатҡа сыға
“Нюрнберг” – фашистар өҫтөнән халыҡ-ара хәрби трибунал тураһында беренсе нәфис фильм. Сюжет тамашасыларҙы 1945 йылға, Халыҡ-ара хәрби трибунал эше барған Нюрнбергҡа илтә. Ҡалаға донъянан төрлө кешеләр – журналистар, адвокаттар, тәржемәселәр, суд процесында ҡатнашыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр тулған.
Фильмдың төп геройы – йәш тәржемәсе Игорь Волгин. Ул совет делегацияһы төркөмөндә эшләй. Бында Игорь рус ҡыҙы Ленаға ғашиҡ була. Йәштәрҙең мөхәббәтенә күп һынауҙар аша үтеү яҙа.
Ролдәрҙе талантлы сағыу актерҙар башҡара – Сергей Безруков, Любовь Аксенова, Евгений Миронов, Игорь Петренко һәм башҡалар.