“Йәштәр эшҡыуарлығы” белем алыу программаһында республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшләгән йүнселдәр һәм ойошмалар ҡатнаша ала.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә уҡытыу 25 йәшкә тиклемге йәш йүнселдәргә ярҙам программаһы буйынса грант алыу өсөн мотлаҡ шарт булып тора.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, “Минең бизнесым” үҙәге “Йәштәр эшҡыуарлығы” бушлай белем биреү программаһын тормошҡа ашыра.
Былтыр республикала тәүге тапҡыр йәш йүнселдәргә дөйөм күләме 63 миллион һумлыҡ 133 грант бирелгән.
Программала республика биләмәһендә теркәлгән һәм эшләгән йүнселдәр һәм ойошмалар ҡатнаша ала. Уҡыусылар белем биреү вебинарҙарын тыңлау, бизнес-идеяны эҙләү һәм үҫтереү алымдары, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары, айырым маҡсатлы аудиторияны анализлау, бизнес-планлаштырыу, финанс моделен табыу, маркетинг стратегияһын төҙөү ысулдары менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Уҡыу 15 мартта башлана, ул өс ағымға бүленә һәм онлайн тәртибендә үткәрелә. Һәр ағым йомғаҡлау сараһы менән тамамлана. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттары менән таныштыра, идеялар һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлаша, шулай уҡ “Минең бизнесым” үҙәгенән сертификаттар ҙа ала.