Берҙәм пособиены хуплаһалар, ә түләү килмәһә, нимә эшләргә?
Ғаризала күрһәтелгән банк иҫәбенә аҡса күсмәһә, тимәк, ғариза биреүсенең банк иҫәбе реквизиттарында хата ебәрелгән һәм уларҙы асыҡларға кәрәк.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: пособиеға ғариза тултырғанда нәҡ ғариза биреүсенең иҫәп реквизиттары һәм, картаның номеры түгел, ә иҫәбе күрһәтелә.
Дәүләт хеҙмәттәрендә берҙәм пособиеға яңынан ғариза яҙырға кәрәкмәй, реквизиттарҙы үҙгәртеү өсөн генә ғариза биреү талап ителә.
Әгәр ғариза биреүсе социаль яҡлау линияһы буйынса балалар пособиеһы алған булһа, аҡса түләнгән суммалар айырмаһы рәүешендә килә.
Түләүҙәрҙең иҫәпкә күсеү тәртибе - берҙәм пособие тәғәйенләнгән көндән һуң 5 эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса килә. Артабан - айҙың 3-нән 25-енә тиклем.
Түләүҙе банк картаһына алғандарға аҡса айҙың 3 көнөндә күсерелә. Әгәр түләү датаһы ял көнөнә тура килһә, ул ошо көн алдынан һуңғы эш көнөндә күсә.
Тәғәйенләнгән сумманы почта бүлексәләрендә алыусыларға - шәхси график буйынса.
Һорауҙарығыҙ ҡалһа, 8 (800) 600 02 21 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cleqKt
Күрһәтелгән чат-ботта ла һорауҙарға яуап табырға мөмкин: https://t.me/deti_posobie_BashBot
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан