+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Заявкалар ҡабул итеү дауам итә

2023 йылдағы икенсе президент гранттары конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Заявкалар ҡабул итеү дауам итә
Заявкалар ҡабул итеү дауам итә

2023 йылдағы икенсе президент гранттары конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Конкурста ҡатнашыусылар, президент гранттарына ғариза тултырыуҙа ярҙам һорап, «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының ресурс үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала

Проект буйынса кәңәштәр алыу өсөн саралар теҙмәһе түбәндәгесә:

2023 йылдың 3, 10, 17 феврале һәм 3 марты

Заявкаларҙы экспресс-ҡарау

Ресурс үҙәге эксперттары ғариза биреүсе менән берлектә эшләй һәм проектты эшләп бөтөү йәһәтенән кәңәштәр бирә. Үҙең менән конкурсҡа ебәрәләсәк заявканы ҡағыҙҙа баҫтырып алырға кәрәк. Ошо уҡ проектты быға тиклем дә конкурсҡа ебәргән булһағыҙ, үҙегеҙ менән критерийҙар балы таблицаһын да алырға кәрәк.

Сәғәт 10.00-да башлана
Үткәреү урыны - Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, 412-се бүлмә (инеү Зәки Вәлиди урамы яғынан)

Сарала ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк – https://clck.ru/33Rkmu

2023 йылдың 10 феврале

«Президент гранттары конкурсына заявкаларҙа йыш осраған хаталар» темаһына семинар

Сәғәт 10.00-да башлана
Үткәреү урыны - Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, 412-се бүлмә (инеү Зәки Вәлиди урамы яғынан)

Сарала ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк – https://clck.ru/33RnF2

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

“Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппараты” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының ресурстар үҙәге телефоны: 8 (347) 218-12-52

Эл. почта: [email protected]

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: