+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Социаль түләүҙәр 11,9 процентҡа артты

2023 йылдың февраленән Рәсәйҙең Социаль фонды түләүҙәрҙе 11,9 процентҡа арттырҙы, тип аңлата Башҡортостан буйынса фонд белгестәре.

Социаль түләүҙәр 11,9 процентҡа артты
Социаль түләүҙәр 11,9 процентҡа артты

2023 йылдың февраленән Рәсәйҙең Социаль фонды түләүҙәрҙе 11,9 процентҡа арттырҙы, тип аңлата Башҡортостан буйынса фонд белгестәре.

  Тәүге бала өсөн әсәлек капиталы хәҙер 586 946 һум тәшкил итә
  Әгәр икенсе бала 2020 йылға тиклем тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған, ә ата-әсә сертификатты рәсмиләштермәгән йәки бер тапҡыр ҙа уның менән файҙаланмаған икән, ике балалы ғаиләгә ошондай уҡ сумма бирелергә тейеш
  Ике бала ла 2020 йылдан һуң тыуһа, әсәлек капиталының күләме - 775 628 һум
  Беренсе балаға капитал алып, һуңынан тағы бер бала тапҡан йәки тәрбиәгә алған ата-әсәләр өсөн дәүләт ярҙамының күләме артты - уның суммаһы 188 682 һум тәшкил итә
  Әсәлек капиталын тотонмаған ғаиләләрҙең аҡсаһы ла индексацияланды

  Айлыҡ аҡсалата түләү һәм социаль хеҙмәттәр йыйымы 11,9 процентҡа индексацияланды. Уны Башҡортостанда йәшәгән 290 мең кеше - инвалидтар, ветерандар һәм техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булғандар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙары һәм башҡа категорияға ҡарағандар ала.
  Айлыҡ аҡсалата түләү эсенә ингән социаль хеҙмәттәр йыйымының дәүмәле айына 1 469,74 һумға тиклем артты. Айлыҡ аҡсалата түләү алғандарҙың барыһы ла, хеҙмәттәрҙең тулы йыйымынан йәки уларҙың ҡайһы берҙәренән аҡсалата түләү файҙаһына баш тартмаған булһалар, ошондай хоҡуҡҡа эйә.
  Дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн дауалау аҙығы - 1 132,03 һумға;
  Төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курорттарҙа дауаланыуға юллама - 175,12 һумға;
  Дауаланыу урынына ҡала яны тимер юлы йәки ҡала-ара транспортында бушлай барыу һәм ҡайтыу - 162,59 һумға артты

  Күп кенә социаль ярҙам саралары, балалары булған ғаиләләр, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре, шулай уҡ радиация йоғонтоһонан зыян күргәндәр өсөн социаль пособиелар һәм компенсациялар ҙа 11,9 процентҡа индексацияланды. Шулар араһында эшләмәгәндәр өсөн баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие һәм эшләүселәр өсөн ошо пособиеның минималь күләме, бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие, радиация йоғонтоһона дусар булған кешеләргә компенсациялар һәм башҡа түләүҙәр бар.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: