+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эшһеҙлек буйынса пособие тураһында

Эшһеҙ ҡалған йәки тәүге тапҡыр эш эҙләгән кешеләрҙең эшһеҙлек буйынса пособие алыу мөмкинлеге бар.

Эшһеҙлек буйынса пособие тураһында
Эшһеҙлек буйынса пособие тураһында

Эшһеҙ ҡалған йәки тәүге тапҡыр эш эҙләгән кешеләрҙең эшһеҙлек буйынса пособие алыу мөмкинлеге бар.

Пособие алыу өсөн, яраған эш табыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорап, дистанцион рәүештә ғариза бирергә һәм үҙең, квалификацияң, эш стажың хаҡында мәғлүмәт күрһәтергә кәрәк.

Быны түбәндә күрһәтелгән юлдар менән эшләргә мөмкин:
- дистанцион рәүештә мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге «Рәсәйҙә эш» берҙәм һанлы платформаһындағы шәхси кабинет аша (https://trudvsem.ru/).
- йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша (https://vk.cc/cj8a4B).
- яҡындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә (https://vk.cc/cj8a2J) йәки Күп функциялы үҙәккә шәхсән барырға була. Унда электрон формала ғариза һәм резюме тултырырға ярҙам итәсәктәр.

- Ғариза һәм резюме ебәреү өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.
- Мәшғүллек үҙәге ғаризаны ҡабул иткәс, шәхси кабинетҡа һеҙҙең өсөн һайлап алынған вакансиялар исемлеге һәм һеҙҙе эшһеҙ тип таныу тураһындағы мәсьәләне ҡарау маҡсатында һеҙҙе мәшғүллек үҙәгенә саҡырыу ебәрелә.
- Күрһәтелгән вакансиялар буйынса эш биреүселәргә барырға һәм мәшғүллек үҙәгенә барғанда уның һөҙөмтәләрен күрһәтергә кәрәк.
- Эш эҙләүсе тәҡдим ителгән вакансияларға риза булып, эш биреүселәр баш тартҡан осраҡта ғына кеше эшһеҙ тип таныла һәм пособие тәғәйенләнә.

Ентеклерәк мәғлүмәт - күрһәтелгән һылтанма буйынса: https://vk.cc/cl9wuY

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: